Федоровка районында Ғәҙәттән тыш хәл тәртибе иғлан ителде

Федоровка районында Ғәҙәттән тыш хәл тәртибе иғлан ителде

Сәбәбе – Юрматы ауылы эргәһендә Улай йылғаһына дизель яғыулығы түгелеүгә бәйле. Килеп тыуған хәлде тикшереү менән Прокуратура шөғөлләнә. Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, предприятиеларҙың береһендәге оҫтахана биләмәһендә яғыулыҡ тулы һауыт тишелеп шыйыҡса тупраҡҡа түгелгән, аҙаҡ ҡар һыуҙары менән йылғаға эләккән. Ваҡиға урынында белгестәр тупраҡ һәм һыу өлгөләрен алып тикшереүгә ебәргән. Әлеге мәлгә шыйыҡса түгелгән биләмә сикләп алынған.