Өфө фән һәм технология университетының биология факультетында белем алыусы йәш ғалимдар тупраҡтағы нефть ҡалдыҡтарын үҫентеләр ярҙамында таҙартыу ысулын уйлап тапҡан. Улар менән хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина барып танышты.Өфө фән һәм технология университетының биология факультетында белем алыусы Зөһрә Хәлилова һәр тәжрибәне ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Әле уҡытыусыһы менән нефть ҡалдыҡтары ҡушылған тупраҡта үҫкән көнбағыштарҙы өйрәнә.Тәжрибә өсөн ауыл хужалығында киң таралған үҫенте – көнбағыш орлоғо һайланған. Эшкәртеү өсөн һайлап алынған бар биопрепараттар ҙа беҙҙең илдә сығарылған.Йәш ғалимдар шулай уҡ проект сиктәрендә бысраҡ тупраҡта үҫә һәм микроорганизмдар менән бергә нефть ҡалдыҡтарын тарҡата алыусы үҫентеләрҙе өйрәнеү менән дә шөғөлләнә. Тәжрибә эшендә йәш ғалимдар, аспиранттарҙан башҡа студенттар ҙа әүҙем эш алып бара.Белгестәр әйтеүенсә, таҙа һәм нефть ҡалдыҡтары менән бысранған тупраҡты тиҙ айырып була... бысранғанын тотоп ҡараһаҡ ул майланып тора, ыуалана һәм унан бензин еҫә сыға.Киләсәктә ғилми коллектив үҙ эсенә бер-нисә үҫемлекте алған „фиторемедиацион конвейер„ технологияһын да уйлап сығарырға ниәтләй.
Нефть ҡалдыҡтарын үҫентеләр ярҙамында таҙартыу
Нефть ҡалдыҡтарын үҫентеләр ярҙамында таҙартыу