Өфө заманса тәүге университет кампустары проектын бойомға ашырыусы ҡалалар исемлегендә. Рәсәйҙә Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-ғәмәли үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү ҡарары 2021 йылда ҡабул ителгәйне. Илдең 22 төбәге был проектта ҡатнашыу теләген белдереп 27 ғариза тапшырҙы. Эксперт тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә уларҙың 8-е ҡабул ителде. Өфөлә кампус төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышты.Кампустар Томск, Мәскәү, Новосибирск, Калининград, Челябинск, Екатеринбург, Түбәнге Новгородта, Өфөлә һәм тағы бер нисә ҡалала төҙөлә. Федераль ҡаҙна төҙөлөштөң 60 процентын ҡаплай. Кампустар 2025 йылда тулыһынса эшләй башларға тейеш. Өфөләге төҙөлөш барышы менән Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, министрҙар, юғары уҡыу йорттары ректорҙары танышты. Әлегә эшселәр өсөн ағас баҫҡыстар ғына ҡуйылған. Проект буйынса бында эскалатор урынлаштыралар.Йыл аҙағына тиклем Өфөләге вуз-ара студенттар кампусының беренсе сират төҙөлөш эштәре тапшырылырға тейеш. Унда Өфө фән һәм технологиялар, Башҡорт дәүләт медицина һәм Өфө нефть-техник университеттары студенттары, аспиранттары, уҡытыусылары ғили эш менән шөғөлләнә башлай. Кампустың майҙаны 146 мең кв/м тәшкил итә һәм бейек биналар менән уратып алынған өс ҡатлы ҡулса формаһында була. Проект ҡурай тажын хәтерләтә. Кампустың төп маҡсаттары – төбәктең ғилми-ғәмәли үҙәге булыу, Өфөгә бөтә донъяның алдынғы студенттарын һәм йәш ғалимдарын йәлеп итеү, заман технологияларына, яңы бизнес-идеяларға шарттар тыуҙырыу.Кампустың беренсе сиратында төҙөлөш эштәре Зәки Вәлиди урамы, 32/2 һанлы йортта урынлашҡан IQ-парк бинаһын реконструкциялауҙан ғибәрәт. Концепцияны Сколково Фонды төҙөгән. Бинаның 7 ҡатлы төп өлөшөндә эш өсөн зоналар, стартап үҙәктәр, төрлө майҙандар урын ала. Ә 14 ҡатлы башняла IQ-китапхана, университеттарҙың офистары, IT-технопарк, күргәҙмә һәм эш зоналары ҡаралған.Кампустың асылыуы төбәктең ғалимдары, вуз уҡытыусылары өсөн дә, студенттар өсөн дә күптән көтөлгән ваҡиға.Кампуста йәшәү өсөн корпустар, уҡыу аудиториялары, лабораториялар блогы, геном үҙәге объектты асыуҙың икенсе сират планына ингән. Проект авторҙары вуз уҡытыусыларының да фекеренә ҡолаҡ һалған.Ил Президенты ҡушыуы буйынса 2030 йылға Рәсәйҙә 25-тән күберәк университеттар кампусы төҙөлөргә тейеш.
Өфөлә кампус төҙөлөшө
Өфөлә кампус төҙөлөшө