Ике йөҙ һәм ике меңлек яңы купюраларҙа Башҡортостандан тәҡдим ителгән символикалар сағылдырылырмы?

Тулыраҡ: Ике йөҙ һәм ике меңлек яңы купюраларҙа Башҡортостандан тәҡдим ителгән символикалар сағылдырылырмы?

Ике йөҙ һәм ике меңлек яңы купюраларҙа Башҡортостандан тәҡдим ителгән символикалар сағылдырылырмы?

Республиканан милли валютала урын алыу өсөн Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы һәм Ләлә-Тюльпан мәсете тәҡдим ителгәйне. Беренсе этап һөҙөмтәләре менән Салауат Юлаев һәйкәле артабан көрәште дауам итә. Икенсе этап тамамланыуға бара. “Йәмәғәт фекере”фонды вәкиле Елена Загафуранова баш ҡала халҡы араһында анкета яуаптарын туплай. 200 һәм 2000 купюраларға символиканы билдәләүҙәӨфөнән тыш беҙҙең төбәктең тағы ла өс ҡалаһы һәм бер нисә ауыл биләмәһе халҡы ҡатнаша. Тауыш биреү билдәле бер методикаға ярашлы башҡарыла. Елена Загафуранова Өфө халҡына һайлау өсөн 20 ҡаланың иҫтәлекле урындарынтәҡдим итә. Күптәр һайлағанда илһөйәрлек тойғоһона таяна. Ҡайһы берәүҙәр архитектура ҡоролмаларын яратыуы менән үҙ тауышын нигеҙләй. Респонденттар осраҡлы рәүештә билдәләнә. Төп шарт – улар бәлиғ булырға тейеш.5 сентябргә тиклем тауыш биреүҙең икенсе этабы дауам итә. Унда 49 ҡаланың 76 символикаһы ҡатнаша. Артабан өсөнсө этапҡа тик 10 ҡала ғына үткәреләсәк һәм теүәл бер ай эсендә ике еңеүсе ҡала билдәләнә. Өсөнсө этапта тауыш биреү интернет селтәрендә Твоя-Россия.рф сайтында онлайн ойошторола, шулай уҡ федераль матбуғат биттәрендә баҫылған анкеталарҙы тултырып почта аша унда күрһәтелгән адресҡа ебәрергә мөмкин. Башҡортостандың Милли банкына килеп тә еңеүсене билдәләүгә һәр кем үҙөлөшөн индерә ала. Ошо уңайҙан тарихында тәүге тапҡыр республиканың Милли банк ишектәре бөтә халыҡ өсөн асыласаҡ.Яңы купюралар 2017 йылда әйләнешкә инергә тейеш. Уларҙаҡайһы ҡалаларҙың символикаһы урын алыр –еңеүсе7 октябрь көнө беҙҙең каналда тура эфирҙа иғлан ителә.