Өфөлә Максим Рыльский урамы менән Башҡортостан урмансылары паркы төҙөкләндереләсәк

Өфөлә Максим Рыльский урамы менән Башҡортостан урмансылары паркы төҙөкләндереләсәк

Башҡала социаль инфраструктураһын яңыртыу проекттары Республика Йортонда үткән “Йәмәғәт биләмәләре сәғәтендә” ҡаралды.Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, Максим Рыльский урамын төҙөкләндереү 2024 йылда планлаштырылған йылы тапшырыу селтәрҙәрен яңыртып һалыу менән бер юлы үтәсәк. Жуков урамынан Өфө йылғаһы буйына тиклем тотош арауыҡта артабан юл һәм йәйәүлеләр һуҡмағын һалыу, ямғыр канализацияһын төҙөү күҙ уңында тотола. Бынан тыш, Рыльский урамында видеокүҙәтеү селтәре һәм яҡтылыҡ бағаналары менән йыһазландырырлған ял итеү майҙансыҡтары төҙөләсәк. Совет районындағы Урмансылар паркында ла төҙөкләндереү эштәре көтөлә. Был майҙанды заманса зоопарк тәртибендә ҡороу планлаштырыла. Радий Хәбиров ҡала хеҙмәттәрен ремонт эштәрен халыҡ менән кәңәшләшеп ойошторорға саҡырҙы.