Тәүгеһе Ленин урамында урынлашһа, икенсеһе – Шәфиев һәм Парк урамдары киҫелешендә. “Өфө муйынсағы” туристик һуҡмағы тап унда бшлана. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Баш ҡалала барлыҡҡа килгән уникаль проект — “Өфө муйынсағы” һуҡмағын Башҡорт дәүләт медицина университеты клинкаһы янындағы парктан башлайҙар. Был ваҡиғаны раҫлаусы билдә – нуленсе километр тамғаһы тап паркка ингән урында урынлаштырылды.Теләктәр генә теләү түгел, нуленсе километрҙың янында фотоға төшөү ҙә уңайлы. Уның, ғәҙәттәгесә, ергә түгел, ә ҡоймаға ҡуйылыуы осраҡлы эш булмай сыҡты. Авторҙар тамғаның йылдың бөтә миҙгелдәрендә лә күренеп тороуын маҡсат итеп алған.Башҡортостандың Милли музейы өлкән ғилми хеҙмәткәре Светлана Воробьева паркка ял итергә сыҡҡан мәктәп уҡыусыларын тап ошо урын менән бәйле тарихи мәғлүмәттәр менән таныштыра. Милли музей хеҙмәткәрҙәре хәҙер проектты бойомға ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыусылар рәтендә.Ҡаланы уратып алған һуҡмаҡты археологтар ҡаҙыныу эштәре алып барған һәм ҡомартҡыларға юлыҡҡан 12 нөктә берләштерә. Был паркта боронғо торлаҡ урыны һәм ҡурғндар табылған.Парктан халыҡ өҙөлмәй. Улар өсөн ял урындары, балаларға уйын майҙаны, төрлө һындар барлыҡҡа килгән. Проект авторҙары Өфө муйынсағының маршруты менән таныштырыу өсөн интернет сайтына юллаусы QR- кодтар ҙа ҡуйып сыҡҡан. Бар ҡарарҙар ҙа урындағы халыҡ фекерен иҫәпкә алып тормошҡа ашырыла, тип уртаҡлаша улар.Иң етеҙҙәр һуҡмаҡты 6 сәғәттә йөрөп әйләнгән. Мәғлүмәти стендтарҙың барлыҡҡа килеүе был ваҡыт арауығын арттырыуы ла бар. Йыл ярым элек йәйәү һәм велосипедтарҙа үтеү өсөн тәғәйенләп башланған проект хәҙер иһә белем арттырыу сығанағы ла. “Әгәр “Өфө муйынсағы” һуҡмағы буйлап үтмәһәм, тыуған ҡаламда шарлауыҡ барлығын белмәҫ инем...” Был интернет селтәрендә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡалдырған бихисап фекерҙәрҙең береһе генә. Бына шулай, беҙҙең барыбыҙҙы ла проект баш ҡаланың тәбиғәте, иҫтәлекле урындары һәм тарихы менән таныштыра.
Өфөлә хәҙер ике нуленсе километр
Өфөлә хәҙер ике нуленсе километр