Башҡортостандан тиҙҙән биш меңдән ашыу егет Ватанды һаҡларға юллана. Яҙғы саҡырылыш үҙенсәлектәре тураһында хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында.Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Әлим Шиһаповҡа сәсте таҡырайтып алдырырға ла, ғәҙәти кейемде алмаштырырға ла әле иртәрәк. Хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип табылһа ла, уға уҡыуын дауам итергә кәрәк. Алда һалдат һурпаһы түгел, ә белем тауҙары көтә.Игеҙәк Христофоровтар Ҡораллы көстәр сафтарында хеҙмәт итеүгә тулыһынса яраҡты тип табылған. Егеттәр бер уҡыу йортонда уҡыған, бер үк һөнәр үҙләштергән. Ватан алдында хәрби бурыстарын да бергә үтәйәсәктәр.Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең һаулығы ентекләп тикшерелә, ниндәй ҙә булһа сирҙәре булғандарҙы хеҙмәт итергә ебәрмәйбеҙ, тип белдерәләр Киров һәм Ленин райондарының Хәрби комиссариатында. Шул уҡ ваҡытта ҡасып йөрөгән егеттәрҙе эҙләү буйынса эш көсәйтеләсәк. Республиканан хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәр бөтә төр ғәскәрҙә лә хеҙмәт итәсәк. Улар махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелмәйәсәк. Башҡортостандан ғына яҙғы саҡырылышта биш меңдән ашыу егет Ватанды һаҡларға юллана. Уларҙың күбеһе ҡоро ер ғәскәрендә илдең төрлө төбәктәрендә хәрби хеҙмәттәрен үтәйәсәк.
Рәсәй Президенты указы менән илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды
Рәсәй Президенты указы менән илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды