Ҡырғыҙ-Миәкәләге бер урамға Зәйтүнә Әлибаева исеме биреләсәк

Ҡырғыҙ-Миәкәләге бер урамға Зәйтүнә Әлибаева исеме биреләсәк

Райондан 20 йәшлек ҡыҙ элемтәсе булып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул немец разведчиктары менән һуңғы патронына тиклем алышҡан һәм Ҡалмыҡ республикаһының Садовое ауылы янында ерләнгән. Был турала батыр яугирҙың туғандары белмәй һәм оҙаҡ йылдар яҡынын эҙләй. Закир Шәрипов репортажы. Зәйтүнә Әлибаеваның ғүмере Ҡалмыҡ далаһында ҡыйыла. Садовое ауылы янында элемтәсе ҡыҙ фашист илбаҫарҙары хәрәкәте тураһында хәбәр итеп тора. Разведканың бер төркөмө һөжүм иткәндә яугирға бер үҙенә оборона тоторға тура килә.Бәхил булығыҙ, ҡыҙҙар, Ватан өсөн үләм! Был 20 йәшлек Зәйтүнә Әлибаеваның һуңғы һүҙҙәре. 44-се айырым батальондың элемтәсеһе һәм күҙәтеүсеһе тиңһеҙ алышта ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Был уның беренсе һәм һуңғы алышы була.Тик бына ерләнгән урынын билдәләргә оноталар. Рәсми документтарҙа Зәйтүнә Әлибаева 30 йыл хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Әммә туғандары эҙләүен дауам итә. Беҙ Германияла йәшәүсе һеңлеһе менән бәйләнешкә индек.Атаһы ла оҙаҡ йылдар ҡыҙының ҡәберен табырға өмөтләнә. Тик был ваҡыт арауығында ел һәм ямғыр ерҙе үҙгәртә. 2020 йылда Башҡортостан һәм Ҡалмыҡ республикаһы эҙәрмәндәре яҡташыбыҙҙы эҙләү буйынса яңы эш башлай. Ерҙең юлдашы төшөргән һәм элекке карталарҙы сағыштырып эҙәрмәндәр яу яланын төҫмөрләй. Бер-нисә көн эҙләнеүҙәрҙән һуң белгестәр арба, вышка булған урынды асыҡлай. Март аҙағында Зәйтүнә Әлибаеваның ҡәберенә юлыға һәм хәбәрһеҙ юғалған яҡташыбыҙҙың һөйәктәре табыла.Бер туғандары Зәйтүнә Әлибаеваның табылыуы тураһында хәбәрҙе белмәй күптән баҡыйлыҡҡа күскән. Был шатлыҡлы ваҡиғаны ике-өс туғандары кисерә. Әйткәндәй, Ҡырғыҙ-Миәкәлә батыр ҡыҙ йәшәгән йорт һаҡланып ҡалған.Иҫке йорт янында яңы өй күтәрелгән. Унда ла Зәйтүнә Әлибаеваның вариҫы йәшәй.Ҡырғыҙ-Миәкәнең беренсе мәктәбендә Бөйөк ватан һуғышына, ветерандарға арналған музей эшләй. Унда Зәйтүнә Әлибаеваға арналған мөйөш тә бар.Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Миәкә районынан 118 ҡатын-ҡыҙ фронтҡа алына. Уларҙың 12-һе әйләнеп ҡайтмай һәм яу яланында ятып ҡала. Ә бына элемтәсе булып алышҡан Зәйтүнә Әлибаева тураһында мәғлүмәттәр булмай. Хәҙер ул мосолман ҡанундары буйынса ерләнеп, Ҡалмыҡ ерендә тыныслыҡ тапты. Яҡындары ла яугир туғанының табылыуын оло йөрәк менән ҡабул итте. Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны исеме менән Ҡырғыҙ-Миәкә урамдарының береһе аталасаҡ.