Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Ҡышҡы бысраҡтан ҡалаларҙы таҙарта алмаған етәкселәргә Радий Хәбиров һуңғы киҫәтеү белдерҙе. Ултырышта ҡаралған мөһим темаларға хәбәрсебеҙ Ғәзиз лоҡманов байҡау яһаны. Махсус хәрби операциянан ике аҙнаға ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙға рәхмәт әйтеп хөрмәт күрһәтеү мөмкинлегенән файҙаланырға кәңәш итте Радий Хәбиров. Бер төркөм хәрбиҙәр һәм Хәмзә Хәҙрәт менән Отец Викторға Республика Башлығы Оператив кәңәшмә башында юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.Башҡортостандан Махсус операцияла ҡатнашҡан 3 батальонға өҫтәп тағы икәү булдырырға ҡарар ителгәйне. Уларҙың береһе яҡын арала Донбассҡа юл тота, тине төбәк етәксеһе. Шулай уҡ Радий Хәбиров киләсәктә республиканан айырым полк ойоштороу ниәтен дә иғлан итте.Патриотик тәрбиә лә яңы кимәлгә сығырға тейеш. Ялға ҡайтыусы хәрбиҙәргә мәктәп уҡыусылары, студенттар менән осрашыу теләге белдерелһә. Өфө янындағы “Патриот”та өҫтәмә объекттар төҙөлә, уның филиалдары бөтә республика буйынса йәйелдерәләсәк. 5-се тапҡыр үткән “Ҡанатлан” мәғариф форумы һөҙөмтәләрен барлап Өфөлә Белоруссия компанияһы етештергән мәктәп формалары магазины асылыуы хаҡында әйтелде. Ил Президенты Указын үтәп Башҡортостанда балалар һәм йәштәр менән эшләүсе “Беренселәр” йүнәлеше булдырыла. Мәғарифҡа бәйле мәсьәләләрҙән Инорста асылған иң ҙур мәктәп менән танышыу тәьҫораттарын белдерҙе Радий Фәрит улы. Матур, заманса, сифатлы. 10 апрелгә тиклем ҡалаларҙы бысраҡтан таҙартырға тигән бурысты хөрт үтәгән етәкселәр ҡаты шелтә алды был юлы. Радий Хәбиров ҡала-район етәкселәренә 17 апрелгә тиклем ваҡыт бирҙе, ә контроль идаралығына аҙна дауамында муниципалитеттарҙа таҙалыҡ өсөн көрәш барышын күҙәтеү бурысын ҡуйҙы.Өфө урамдар таҙалығы өсөн “бишле” алды был юлы. Баш ҡала мэры билдәләүенсә, санитар айлыҡ сиктәрендә ойошторолған һуңғы ике аҙналағы өмәләрҙә 38 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ратмир Мәүлиев биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә бәйле доклад менән дә сығыш яһаны. Быйыл 11 паркта реконструкция башҡарыла. “Аксаков баҡсаһы”нда эштәр быйыл көҙгә тамамлана, Октябрь революцияһы урамында күләмле эштәр башланып тора, ул киләһе йылға әҙер булыр тип көтөлә, “Спорт” һарайы ҡаршыһында, “Тулҡын” паркы биләмәһендәге, “Ҡурайсы малай” фонтаны янындағы эштәр ҙә үҙ ваҡытында башҡарыласаҡ тиелде. Радий Хәбиров уларҙың артабанғы яҙмышы хаҡында ла онотмаҫҡа кәңәш итте.29 апрель һәм 13 май республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы уҙғарыла. Йола буйынса биләмәләрҙе йәшелләндереү, яңы сквер, аллеялар булдырыу, тирә-яҡты тәртипкә килтереп төҙөкләндереү сараның төп маҡсаты булып ҡала.
Башҡортостанда ирекле батальондарға өҫтәп айырым полк булдырыла
Башҡортостанда ирекле батальондарға өҫтәп айырым полк булдырыла