Сираттағы гумконвой

Сираттағы гумконвой

Рәсәйҙең Украинала уҙғарған махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы яҡташ һалдаттарыбыҙға Башҡортостандан сираттағы – 23 гуманитар конвой оҙатылды. Республиканан оҙон юлға сығыусыларҙы хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова ла оҙатып ҡалды. 70 кеше, 28 берәмек техниканан тора сираттағы 23-сө конвой. Машиналар теҙмәһендә 10 автофургон, 2 йөк машинаһы, 12 еңел автомобиль бар. Тағы ла шуныһы, бер берәмек техника — Башҡортостан райондарының береһенең шәхсән бүләге.Гуманитар йөккә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, махсус техника ғына тейәлмәгән. Башҡортостан халҡы яҡташ һалдаттарға тағы ла бер кәрәкле бүләк туплай алды. Уаз машиналары, 9 берәмек Нива, тағылмалар менән бергә конвой автомобиленә күсмә мунса ла тейәгәндәр. Һыу, медикаменттарҙан тыш, иң ҡәҙерлеһе, фронтағы һалдаттарға уларҙың туғандарының күстәнәсе һәм иң изге теләктәр яҙылған хат юлдары. Көйөргәҙеләрҙең сәләме тураһында айырым әйтергә кәрәк. Районда йәшәүселәр Луганск халык республикаһындағы Петровск ҡалаһында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәп галереяһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәле рәссамдарының картиналарын тапшырасаҡ. Был һүрәттәр араһында ҡылҡәләм оҫталары Хәтип Фазылов, Рәшит Хәбировтың ижады ла бар.Гуманитар конвой менән оҙон юлға сыҡҡандарҙың барыһы ла Башҡортостан етәкселегенең айырым ҡурсалауында. Хәүефле сәфәргә барыусылар республика башлығы Радий Хәбиров исеменән рәхмәт хаттары ла алды. Конвойҙы оҙатырға килеүсе һәм сик буйы ғәскәрҙәрендә элек хеҙмәт итеүселәр араһынан гуманитар йөк менән Донбассҡа барырға теләк белдереүселәр ҙә юҡ түгел. Әйтеүебеҙсә, Башҡортостан әлегә Донбассҡа 23 гумаитар йөк оҙатты уның ауырлығы йөҙҙәрсә тонна. Шул уҡ ваҡыта республика райондарынан сираттағы гуманитар конвой өсөн кәрәк-яраҡ йыйыу туҡтатылмай.