Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары республикала эш сәфәре менән булып китте. Оксана Лут ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса төҙөлгән бер-нисә объект менән танышты. Төбәктә уларҙың дөйөм һаны 69. Был маҡсатҡа 1 млрд 300 млн һум аҡса йүнәлтелә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.Борай ауылындағы объект менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары республиканың спорт министры оҙатыуында танышты. Ике ведомствоны ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса төҙөлгән заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы берләштерҙе. Төҙөлөшкә федераль, төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙан ярты миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Ауыл хужалығы министры урынбаҫарының эш сәфәре мәлендә бында быйыл август айында Бөтә Рәсәй йәйге ауыл спорт уйындарын уҙғарырға ҡарар ителгән. Шулай уҡ, Оксана Лут бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты һәм Борай спортсылары менән аралашты.Делегация шулай уҡ Әлшәй районында ла булды Раевка ауылындағы 400 урынлыҡ мәктәп шулай уҡ, дәүләт программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Белем усағы яңы уҡыу йылында уҡ ишектәрен асасаҡ.Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһын бойомға ашырыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә һис шикһеҙ лидер булып тора, тине Оксана Лут. Дүртенсе йыл рәттән республика үҙенең проекттарын тәҡдим итә. Уларҙың күбеһе тормошҡа ашҡан да инде.Башҡортостанда халыҡтың 40 проценты тиерлек ауыл ерендә йәшәй. Уларҙың йәшәү кимәлен һәм сифатын үҫтереү иң мөһим стратегик маҡсаттарҙың береһе, тине республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров күсмә кәңәшмәлә.Ауыл хужалығын ғына түгел, ауылда йәшәү уңайлы булһын өсөн инфраструктураны ла үҫтереү мөһим. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә төбәктә 69 объект төҙөлә. Уларҙың дөйөм хаҡы — 1 млрд 300 млн һум.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы вәкиле эш сәфәре менән булып китте
Рәсәйҙең ауыл хужалығы вәкиле эш сәфәре менән булып китте