Урал Бакировҡа 90 йәш тулды

Урал Бакировҡа 90 йәш тулды

Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Урал Бакировҡа 90 йәш тулды. Урал Насир улының ҡаҙаныштары тураһында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге “Күренекле кешеләр тормошо” рубрикаһында яҙып сыҡты. Юбилярҙы тәбрикләү тантанаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙа үтте. Туҡһан йәшен ул “аңлашылмаусанлыҡ”, тип шаярта. Был йәшкә һәр кем етә алмай, еткәндәре тәүҙә ата-әсәһенә, ахырҙа үҙен тәрбиәләгән мөхит һәм дә аңлаусан дуҫтар менән ихлас замандаштарға рәхмәт әйтергә тейеш. Урал Насир улы фиҙаҡәр хеҙмәтен үҙенең иң мөһим ҡаҙанышы, тип иҫәпләй.Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең оҙаҡ йыллыҡ хеҙмәте дәүләтебеҙҙең юғары наградалары, маҡтаулы исемдәре менән билдәләнгән. 90 йәше уңайынан Урал Бакиров Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы “Хеҙмәт ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ. Награданы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау хатын уҡып республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшыра. Йәнә бер мәртәбәле награда менән Урал Насир улын Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев бүләкләй. Маҡтау билдәһе “Башҡортостан Республикаһында законлылыҡты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн”. Юбилярҙың биографияһы менән таныш һәр кем Урал Бакировты ярты быуат дауамында властың иң юғары вазифаһын биләгән етәкселәр менән эшләгән сикһеҙ белемле, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ кеше тип белә. Күркәм юбилей уңайынан осрашыуҙа Урал Бакировты элекке хеҙмәттәштәре, “Күгәрсен район яҡташтары” берлеге, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре тәбрикләне.Урал Насир улы ниндәй дәүерҙә эшләһә лә, ваҡытына тап килгән. Комсомол йәшлегенән башлап яңы дәүләтселеккә нигеҙ һалған үҙгәрештәр осоронда ла тормош ҡуйған талаптарҙы намыҫ менән үтәгән. Уның урынлы кәңәштәре һәр саҡ көнүҙәк. Быны әлегәсә аралашҡан хеҙмәттәштәре дәлилләй. Күркәм юбилейға арналған осрашыу йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Хеҙмәт дәүерендә республикабыҙҙың иң ҡыҙыу сәйәси ваҡиғалары үҙәгендә булған, йылдар баҫымына бирешмәгән шәхестең киләсәк быуынға ҡалдырыр иҫтәлектәре байтаҡ. “Урал Бакировтың үҙенсәлекле хәтирәләр йыйынтығы”н тупларлыҡ.