Урал аръяғында юлдар төҙөкләндерелә

Урал аръяғында юлдар төҙөкләндерелә

Сибай-Аҡъяр юлын республикала “зарлы” юлдар программаһы буйынса яңыртып ҡороу башланды. Эштәр менән Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Республика башлығының Урал Аръяғына эш сәфәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева байҡау яһаны.Үткән быуаттың 80-се йылдарында еңеләйтеп ике ҡат асфальт-бетондан һалынған юл күсәргә 6 тонна баҫымына иҫәпләнгән. Хәҙерге ваҡытта Сибай, Юбилей һәм Бүребай карьерҙарынан Гай тау-байыҡтырыу комбинатына руда ташыған йөк машиналарының ауырлығы ла, иҫәбе лә күпкә артыҡ. Трассаның таушалыуына халыҡ оҙаҡ йылдар зарлана. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мөрәжәғәттәрҙе лә иҫәпкә алған, юлдың торошона техник тикшереү ҙә үткәргән, уның гарантиялы ремонт үткәрелергә тейеш юлдар исемлегендә булмауын да иҫәпкә алған. “Зарлы юлдар” программаһын бойомға ашырыр өсөн 4 миллиард һум аҡса бүленгән. Трасса һалҡын ресайклинг ысулы менән ремонтлана. Ул юл-төҙөлөш материалдарын һаҡсыл ҡулланырға булышлыҡ итә. 2023 йылда республикала был программа буйынса 19 юл һәм ауыл-ҡала урамдарын төҙөкләндереү ҡарала. Баймаҡ районы Күлтабан ауылындағы оҙайлы төҙөлөш майҙанында ла эштәр тергеҙелә. Бында 2024 йылда «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркының филиалын асыу көтөлә. Парктың өҫтөнлөктәре тураһында Радий Хәбиров ауыл халҡы менән осрашыуҙа белдерҙе. Республика башлығы мәҙәниәт һәм мәғариф үҙәгендә фельдшер-акушер пункты эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Мөдир вазифаһын 23 йыл башҡарған Ирина Канайкина сирлеләр өсөн уңайлы шарттар тураһында һөйләне. Хәҙер ФАП-тарҙа рецепттар биреү һәм ауырығанлыҡ ҡағыҙҙарын яҙыу мөмкинлеге лә бар. Эш сәфәренең сираттағы туҡталышы – Сибайҙағы йоғошло сирҙәрҙе дауалау буйынса клиника-диагностика үҙәге. 2021 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырылған дауаханала бөгөнгә ковид бүлегендә 11, инфекцион бүлектә 31 сирле, балалар бүлегендә 11 бала дауа ала. Йәмғиәттәге ваҡиғаларға тиҙ яуап өлгөһөн Сибайҙа бер ай самаһы элек асылған йәнә бер үҙәк дәлилләй. Таусылар урамында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге эшләй. Әлеге ваҡытта бында ике белгес ҡабул итә. Граждандар мөрәжәғәттәренән тыш, үҙәк ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыуҙар үткәрә, психологик ярҙам күрһәтә, илһөйәрлек акциялары ойоштора. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙың ғаиләләре меән осрашты.Иҫке Сибай ауылында республика башлығы март аҙағында файҙаланыуға тапшырылған мәктәптә белем биреү шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Бында 416 бала уҡый. СанПин талаптары буйынса уҡыусыларҙы дәрестәргә 3 уңайлы автобус килтерә. Быйыл подрядсы тәғәйенләнгәс тә беем биреү йортоноң ихатаһын төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.Республика башлығының эш сәфәре Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөлөшө майҙанында дауам итте. Сменаһына 300 сирлене ҡабул итергә иҫәпләнгән медицина учреждениеһын сафҡа индереү ваҡыты 2023 йылдың 30 июненә күсерелгән. Урал Аръяғы агросәнәғәт колледжында Радий Хәбиров 2022 йылдан планлаштырырған капиталь ремонт барышы менән танышты.