Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Республика башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм именлек сараларын көсәйтергә ҡушты.Быйыл Башҡортостанда 3 апрелдә тәүге урман янғыны теркәлгәйне. Бер аҙнала 45 муниципалитетта, дөйөм майҙаны 150 гектарҙан ашыу ерҙә, ҡоро үлән яныуҙың 202 осрағы теркәлгән. Шуға урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға, уттың ауылдарға һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәренә күсеүенә юл ҡуймау өсөн республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә.