Быйыл ҡар ғәҙәттәгенән ике аҙнаға иртәрәк иреп бөттө, шуға ла дым ҡаплауға етди иғтибар. Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Мәләүез һәм Бүздәк райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсә башланылар. Әлегә 1 мең 600 гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән. Быйыл барлығы 2 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарырға кәрәк.
Башҡортостандың иллеләп районында яҙғы баҫыу эштәре башланды
Башҡортостандың иллеләп районында яҙғы баҫыу эштәре башланды