Рәсәйҙең төҙөлөш минситрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы етенсе урында. Эксперттар торлаҡтарҙың, инфраструктураның, яр буйҙарының һәм йәшел биләмәләрҙең торошон күҙ уңында тотоп шундай һығымтаға килгән. Заманса ҡоролған ял урындары ла рейтингты билдәләүҙә мөһим факт булған. Өфөнө төҙөкләндереү йәһәтенән әлеге ваҡытта бер нисә урында эштәр бара. Шуларҙың береһе – Аксаков баҡсаһы. Баҡса биләмәһе ремонт эштәре таммланғанға тиклем ябылды. Унда сәхнәне, урам китапханаһы майҙансығын, күл янындағы амфитеатрҙы йүнәтәләр. Планға тағы ла күп ҡатлы эскәмйәләр ҡуйыу, видеокүҙәтеү һәм яҡтыртыу системаһын яңыртыу ингән. Баҡсаның ҡоймаһын алмаштырған ваҡытта төҙөүселәр, Яңы күпер урамы яғынан инеү өсөн дә ҡапҡалар эшләп ҡалдырырға ниәтләй.
Өфө илдең иң уңайлы ун ҡалаһы исемлегенә инде
Өфө илдең иң уңайлы ун ҡалаһы исемлегенә инде