Республика буйынса иғлан ителгән “Уҡыусыларҙын инициативаһын проектлау” ярышында Әбйәлил районы Хәлил урта мәктәбе уҡыусылары ҡушылды. Балалар үҙҙәре һайлаған һәм төҙөгән биш проектын яҡланы.Башланғыс класс уҡыусыларына юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү өсөн “Смешарики”, ял итеү зонаһы булдырыу тураһында “Релакс”, ҡышҡы уйындар өсөн төҙөлгән хоккей майҙансығын йәйге осорға үҙгәртеп ҡороу хыялын яҡлап сыҡҡан “Сәләмәтлек” проекты, мәктәп яны участкаһында урынлашҡан “Орхидея” йәшеллек класы һәм оҫтахана бүлмәһен тамаша залға әйләндереүгә йүнәлтелгән “Хыял “ проекты тәҡдим ителде. Һәр проект өҫтөндә эш төркөмдәре етди әҙерләнде, проезентациялар үткәрелде, сығыштар тыңланды. Һәр төркөм үҙ эшен юғары кимәлдә яҡланы. Әйткәндәй, 5 төркөм тауышҡа ҡуйылып, “Хыял “ проекты енеүсе тип танылды.
Уҡыусыларҙын инициативаһын проектлау
Уҡыусыларҙын инициативаһын проектлау