Ауырғазы районы Наумкин ауылында “Лисьмаприне” китапхана-этностудияһы асылды. Ул Башҡортостан республикаһының аҙ һанлы халыҡтарының береһе-эрзә этнотөркөмөнә бағышланған. Ауырғазы районында 300-ҙән ашыу мордва йәшәй, уларҙың 120-һе эрзя этнотөркөмөнә ҡарай һәм уларҙың күбеһе Наумкин ауылында йәшәй. Лисьмаприне – башҡортсаға шишмә ти тәржемә ителә. Китапханалар студияһы проекты мордва халҡының көнкүреше һәм йолалары менән танышырға мөмкинлек бирә. Был студия 2021 йылда президент һәм мәҙәни башланғыстар фонды гранттарына тормошҡа ашырыла. Былтыр бында смарт — телевизор, мебель һәм мордва халҡы әҙәбиәте алынған. Китапхананың уҡыу залына ремонт эшләнгән. Яңы этностудия ауыл халҡы өсөн ҙур ғорурлыҡ.Китапханала мордва халҡының ғорурлығы-“Мастурава” эпосы бар. Залда шулай уҡ мордва халҡының һәм Рәсәйҙә йәшәгән башҡа милләтттәрҙең костюмдары менәни дә танышырға мөмкин. Китапханала күргәҙмәнән тыш, төрлө милли саралар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә. Уларҙың барыһы ла милли йолаларҙы һаҡлап ҡалыуға ғәйәт ҙур этәргес бирә. Шуға ла милли байрамдарға үҫеп килгән йәш быуын да әүҙем йәлеп ителә.Был йола киләсәктә кемде нимә көткәнен күҙалларға ярҙам итә. Аҡса эләгә икән-байлыҡҡа, балдаҡ-өйләнеүгә, ә бойҙай –уңыштың һәйбәт булырына ишара.
Ауырғазыла “Лисьмаприне” китапхана-этностудияһы асылды
Ауырғазыла “Лисьмаприне” китапхана-этностудияһы асылды