5-8 майҙа Өфө-арена майҙанында бөтә илдән 18-20 йәшлек үҫмерҙәр үҙ-ара көс һынашасаҡ. Унда Федор Емельяненконың да килеүе көтөлә. Беҙҙең спортсылар был мәртәбәле ярышҡа нисек әҙерләнә? Рәлиә Сәхибгәрәева белеште. Богдан Рафиҡов биш йылға яҡын ҡатнаш алыш бәйгеһе менән шөғөлләнә. Әле ул көсөргәнешле рәүештә Рәсәй беренселегенә әҙерләнә. Көн һайын ике-өс тапҡыр күнекмәләргә йөрөй. Ярыштарға һәр ваҡытта ла етди ҡарайым, ти ул.Әлбиттә, күп нәмә тренерҙан тора. Ул беҙҙән лайыҡлы көрәшселәр әҙерләр өсөн күп ваҡытын көсөн һала, ти егеттәр. Ғөмүмән, был спорт төрөнөң үҫеше лә башлыса тренерҙарға бәйле.Өфөлә үтәсәк ярышҡа әле бөтә ил буйынса спортсылар һайлап алыу этабын үтә. Ә инде Рәсәй беренселегендә еңеү яулағандар артабан ил данын Европа һәм донъя кимәлендә яҡлаясаҡ.Ҡатнаш алыш бәйгеһе буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһы өсөн был сара ҙур әһәмиәткә эйә. Айырыуса, мәртәбәле ҡунаҡтарҙың береһе ҡатнаш алыш буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Федор Емельяненко менән осрашыуҙы йәш спортсылар түҙемһеҙләнеп көтә.18-20 йәшлек үҫмерҙәр араһында ҡатнаш алыш бәйгеһе буйынса Рәсәй беренселеге Еңеү байрамы алдынан, 5-се майҙан алып 8-нә тиклем башҡалабыҙҙың иң ҙур майҙандарының береһе Өфө-аренала уҙасаҡ. Сағыу тамашаны теләгән һәр кем килеп ҡарай ала. Рәсәй Беренселеге сиктәрендә мәрхәмәтлек акцияһы ла уҙғарыла. Билеттарҙы һатыуҙан йыйылған аҡса республика балалар клиник дауаханаһына онкология менән ауырыусыларға ярҙамға йүнәлтелә.
Ҡатнаш алыш буйынса Рәсәй беренселеге быйыл Өфөлә уҙа
Ҡатнаш алыш буйынса Рәсәй беренселеге быйыл Өфөлә уҙа