Салауат ҡалаһы суды «Башстрой» компанияһы эшендә нөктә ҡуйҙы.
Мутлыҡта шикләнеүсе 2010-2014 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы халҡы менән күсемһеҙ милек һатыу-һатып алыу тураһында килешеүҙәр төҙөй. Компанияның хәҙер инде элекке директоры арзан хаҡтар менән клиенттарҙы йәлеп итеп бер үк фатирҙы ике тапҡыр һата. Суд шикләнеүсене 7 йылға иркенән мәхрүм итте.