Башҡортостандан яңы ойошторолған “Ватан” башҡорт ирекле отряды Махсус хәрби операцияға юлланды. 80 яугирҙән торған формирование йола буйынса Өфөләге Шайморатов һәйкәле янынан тантаналы шарттарҙа оҙатылды. “Ватан” махсус башҡорт отрядын оҙатыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика Башлығы егеттәргә иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күрергә, гуманитар ылауҙар ебәреп торорға, бар яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, тип вәғәҙәләне. “Ватан” отряды – махсуслашҡан подразделение, уның составында, башлыса, хәрби тәжрибәһе булған яугирҙәр. “Самурай” ҡушаматын йөрөткән отряд командиры уны үҙе ойоштороу башланғысы менән сыҡҡайны. Быға тиклем ул төрлө хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, Махсус операцияла алғы һыҙыҡта рота менән етәкселек иткән. Шуға ла уның ҡул аҫтында хеҙмәт итергә теләүселәр күп булған.Отряд составында 80-гә яҡын яугир, улар алдағы көндәрҙә хәрби әҙерлек үтәсәк, артабан Махсус операцияға юлланасаҡ.
“Ватан” отряды махсус хәрби операцияға юлланды
“Ватан” отряды махсус хәрби операцияға юлланды