Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың ике сәнәғәт предприятиеһы араһында ошондай килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уның сиктәрендә ошо йүнәлештәге саралар уҙғарыу, зарарлаусы матдәләрҙең һауаға бүленеп сығыуын контролдә тотоусы автоматик системалар урынлаштырыу, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында атмосфера һауаһының сифатын күҙәтеүсе системаны камиллаштырыу күҙаллана. “Һауаның бысраныу факторҙары. Мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары” темаһы буйынса экология форумы сиктәрендә пленар сессия, дискуссия майҙансыҡтары һәм түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Сарала йәмғиәттә экологик мәҙәниәтте үҫтереү, экологик именлекте тәьмин итеү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемалары күтәрелә. Быйыл “Экология һәм технологиялар” күргәҙмәһендә илебеҙҙең туғыҙ төбәгенән 50-нән ашыу компания ҡатнаша.
Башҡортостанда һауаны бысратыусы сәнәғәт ҡалдыҡтарын кәметәсәктәр
Башҡортостанда һауаны бысратыусы сәнәғәт ҡалдыҡтарын кәметәсәктәр