Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ифтар

Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ифтар

Өфөлә мосолман динендә булған медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ифтар ойошторолдо. 100-ләгән хеҙмәткәр ауыҙ асып, киске намаҙын башҡарҙы. Бындай сараны Ислам бизнесы халыҡ-ара ассоциацияһы Ураҙа айында йыл һайын үткәрә. Мосолмандар «Рамаҙан тирмәһенә» көн аша бер йүнәлешкә бағышланған ифтар ашына йыйыла. Сәлимә Исламова дауам итә.Ураҙаны аҡылы теүәл, тәне һау-сәләмәт булған бөтә мосолмандар ҙа тоторға тейеш, тиелә Ҡөръәндә. Табиптар араһында ла был ғәмәлде башҡарыусылар байтаҡ. Рафиҡ Ғәбдрәүф улы табип-реаниматолог. 50 йылға яҡын кешеләрҙе дауалай. 10 йыл самаһы намаҙҙа. Эштә төрлөһө булды, ти ул. Ҡайһы саҡ көслө, йәш кешене ҡотҡарып булмай, ә ҡарт әбей терелеп китә. Был мөғжизәгә тиң, ти ул. Рамаҙан-шәриф айы халыҡты берләштерә, туплай. Мохтаждар өсөн мәсеттәрҙә ифтар ашы үткәрәләр. Ә Ислам бизнесы халыҡ-ара ассоциацияһы « Рамаҙан тирмәһендә » төрлө йүнәлештәге ифтар ойоштора. Бөгөн улар мосолман динендә булған, ураҙа тотҡан 100-ләгән табипты йыйыған.Медицина белгестәре үҙ-ара дин тәғлимәттәре хаҡында фекер алышты. Сығыш яһаусы табиптар әйтеүенсә, күп осраҡта улар ҡырыҫыраҡ кеүек, әммә барыһы ла күңел төпкөлөндә Аллаға ышанған, иманлы кешеләр. Бөгөнгө сарала табиптар Каронавирус мәлендә юғалтҡан хеҙмәттәштәрен дә иҫкә алды. Улар рухына аят уҡылды. Ауыҙ асып, бер аҙ ашап алғас киске намаҙ мәле етте. Ун бер айҙың солтаны булған Рамаҙан-шәриф айында шулай уҡ күмәкләп йәстү,тәрәуих намаҙы уҡыу шарт. Аллаһы тәғәлә кешенең күңелен дауалаһа, тәнде дауалаусы табиптарыбыҙға ураҙалары, барлыҡ теләктәре ҡабул булһын тип теләйек.