Илештәр алдынғылыҡты бирмәй!

Илештәр алдынғылыҡты бирмәй!

Башҡортостанда иллеләп районда яҙғы баҫыу эштәре бара. Хужалыҡтар 6 мең геҡтарҙан ашыу майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәскән. Был күрһәткес буйынса Илеш районы уңғандары алда бара. Урындан хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы.Рөстәм Ғабдуллин ауыл хужалығында 30 йылға яҡын эшләй. Тәжрибәле механизатор ҡояшлы һәм йылы көндәрҙә сәсеп ҡалырға кәрәклеген яҡшы аңлай. Ир заманса техниканың мөмкинлектәрен дә юғары баһалай. “Урал” йәмғиәте менән йәш ҡатын — Елена Ибраһимова етәкселек итә. Хужалыҡта эшселәр торлаҡ менән тәьмин ителә, уртаса хеҙмәт хаҡы 27 мең һум, ә бына йәйен ураҡ ваҡытында 100 меңдән дә ашып китә. Алдынғы предприятие етәксеһе йәш белгес булараҡ 750 мең һумлыҡ дәүләт гранты ла алған.Бында иген һәм ҡуҙаҡлы культураларға иғтибар бүленә. Алынған уңыш тулыһынса үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланыла. Хужалыҡ 2 меңгә яҡын һыйыр малы аҫрай һәм һөт һатып табыш ала.Хужалыҡ яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ һәм ашламалар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Предприятие етәкселеге күптән хәстәрләп ҡуйған. Йәғни, сит ил санкциялары шарттарында бер-ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ. Бынан тыш, предприятие яңы техника һатып ала, Башҡортостан баҫыу-ҡырҙарҙын беҙҙең тоғро партнерыбыҙ — Беларусь республикаһы техникаһы гиҙә. Яҙ иртә килеү сәбәпле ер яҡшылап йылынып етмәгән. Шуға күрә лә яҙғы баҫыу эштәрендә бер аҙ ҡатмарлыҡтар бар, тип билдәләй ауыл хужалығы белгестәре. Шулайҙа хужалыҡтар люпин һәм бер йыллыҡ үләндәрҙе сәсеүгә төштө.Илештә бер аҙна элек яҙғы баҫыу эштәрен башлағандар. Ауыл уңғандарына 90 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәрен атҡараһы бар. Әле бында арпа, һоло, әсе борсаҡ һәм ярауай игенгә төшкәндәр. Тәүлегенә хужалыҡтар 5 мең гектарға яҡын майҙанды яба. Әлшәй, Архангел, Бүздәк, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Мәләүез, Өфө, Саҡмағош һәм Шаран райондарында ярауай культуралар сәселә. Хужалыҡтар 6 мең гектарҙан ашыу майҙанда эштәрҙе теүәлләгән дә инде. Бынан тыш республика баҫыуҙарында дым тотола, ер эшкәртелә, ужым һәм күп йыллыҡ үләндәр ашлама менән байытыла. Ауыл уңғандарына быйыл 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәрен ҡатҡараһы бар. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.