Көндәр йылыныу менән баш ҡаланың байтаҡ ихаталарына техника, эшселәр килеп тулды һәм төҙөкләндереүгә тотондо. “Башҡорт ихаталары” дәүләт программаһының 2023 йылға ҡабул иткән планы буйынса үткән аҙнала бер нисә майҙанда эштәр башланды.
Төҙөкләндереләсәк ихаталарҙы тәү сиратта юлдарҙың хәленә ҡарап һайлағандар. Урындағы халыҡтың да бер тауыштан программала ҡатнашыу теләге мөһим роль уйнаған.
Ремонт эштәре ҙур биләмәлә бара. Хәҡиҡәт урамының 18-се һәм 18/1, 18/2, 18/3-сө йорттары алдында көҙгә яңы юл, йәш ағастар һәм ҡыуаҡтар, балалар, спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килә.
Дим районында тағы ла ике майҙанды төҙөкләндереүгә әҙерлек эштәре башланған. Август аҙағында был урамдан тыш Ухтомский 11, Левитан, 8 һәм Ухтомский 17 йорттарында йәшәүселәр яңыртылған ихаталарын ҡабул итә.
Орджоникидзе районында барған эштәргә лә шаһит булдыҡ. Унда 12 йорт яны биләмәһен ремонтлау планға индерелгән.
2019 йылдан алып “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса барыһы 1120 йорт яны тәртипкә килтерелгән. Быйыл улар иҫәбенә тағы 206 ихата өҫтәлә.