Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Быйыл Башҡортостанда 3 апрелдә тәүге урман янғыны теркәлгәйне. Бер аҙнала 45 муниципалитетта, дөйөм майҙаны 150 гектарҙан ашыу ерҙә, ҡоро үлән яныуҙың 202 осрағы теркәлгән. Шуға урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға, уттың ауылдарға һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәренә күсеүенә юл ҡуймау өсөн республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Иртә килгән яҙ һәм ҡоро көндәр арҡаһында урман янғындары ла ғәҙәттәгенән иртә башланды. Әле к!мендә 4 осраҡ теркәлгән, шуларҙың 3-һе ҡоро үлән янғынынан күскән. Был турала Рәсәй Башҡортостан радиоһында Урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин белдерҙе.