Ҡайын ағас тал булмаҫ, ҡайын һыуы бал булмаҫ тиһәләр ҙә яҙҙың бер осоронда ғына йыйып булған ҡайын һутының файҙаһы баһалап бөткөһөҙ ти белгестәр. Уны ике-өс аҙна даими эсеү организмға әллә күпме дауа килтерә.
Иглин районында йәшәүсе Наил Ғәлимов ҡайын һыуын йыйыу менән бала сағынан шөғөлләнә. Был эштә иң тәүҙә ағасты дөрөҫ һайлай белеү зарур.
Шифалы һутты ағыҙып алыу өсөн бырау, дарыу тамыҙғысы һәм пластик һауыттар кәрәк буласаҡ. Был технология ваҡыт менән тикшерелгән.
Ҡайын һутлы булған осраҡта 4-5 сәғәт эсендә биш литрлы һауыт тула.
Һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды ҡаплап ҡуйырға ла онотмағаҙ, шунһыҙ ағас ҡороясаҡ.
Эсемлекте ике-өс аҙна даими ҡулланһаң, ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек, күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итер. Матдәләр алмашыныуын яйға һала, йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта. Интеллектҡа ла йоғонто яһамай ҡалмай – мейелә ҡан әйләнешен яҡшыртыуы аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә.
Ҡайын һуты бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуыуға һәләтле. Шул уҡ ваҡытта шешенеүҙе юҡҡа сығара, эсәктәр эшмәкәрлеген яйға һала. Вируслы һәм микроблы ауырыуҙар мәлендә “тиҙ ярҙам” ролен үтәй. Ҡан баҫымын да тигеҙләй. Шулай уҡ шифалы һыуҙы ҡышҡылыҡҡа ла һаҡларға мөмкин.
Яңы ағыҙып алынған һуттан квас эшләү серҙәре менән дә уртаҡлашты хужа. Бының өсөн литр ярым һутҡа 10 йөҙөм һәм тәменә ҡарап шәкәр генә һалырға кәрәк.
Һәр нәмәлә сама белгән кеүек, ҡайын һутын да артыҡ күп ҡулланыу ярамай. Көнөндәлек норма ике стакандан да артмаҫҡа тейеш. Табиптар, һутты йыйғас та эсеү күпкә файҙалыраҡ, ти. Бүлмә температураһында ул бер тәүлек буйы шифалы сифатын юғалтмай.