12 апрель көнө Башҡортостан дәүләт концерт залында абруйлы баҫманың быуатлыҡ юбилейына арналған кисә үтте. Сараға “Ағиҙел”дең тоғро дуҫтары, ижадсылар, уҡыусылары йыйылды.
Әҙәби журнал 1923 йылдың мартында “Яңы юл” булараҡ сыға башлай. Һуңынан Октябрь, Әҙәби Башҡортостан исемдәре аҫтында донъя күрә. Ағиҙел булараҡ ул 1961 йылдан нәшер ителә. Фойела ошо ваҡиғаларға арналған бай күргәҙмә ойошторолдо. Экспозицияла баҫманың тәүге һандары, беренсе публицистик материалдар, коллектив фотолар бар ине. Баҫма уҡыусылары Ағиҙел журналына бәйле һорауҙарға яуап биреп, рәсми документтар, һирәк осраған тарихи фотолар менән танышты.
Ағиҙел журналы үҙенең бер быуатлыҡ юбилейына 100 хикәйәнән торған ике томлыҡ китап сығарҙы. Ул Башҡортостан Башлығы грантына 500 дана ғына баҫылды һәм китапханаларға, күргәҙмәләргә таратыла.
7 йыл дауамында журнал ике мең дана менән сығып килә, бынан тыш интернет селтәрендә уҡыусылары күбәйә бара. Ҡотлау һүҙҙәре, сағыу йыр-бейеүҙәр менән бергә үрелеп барған кисәлә Ағиҙелдең юбилейы уңайынан мөхәрририәт хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
Кисәлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. “Ағиҙел” журналы, “Башҡортостан 24” телеканалы менән берлектә ойошторған ижади бәйгелә биш еңеүсе булды.
“Ағиҙел” журналы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге премияға ла конкурс иғлан иткәйне. Журнал биттәрендә бер йыл дауамында баҫылған иң шәп сәсмә һәм теҙмә әҫәрҙәр авторҙары ла сәхнәгә сыҡты.