Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы юлдарҙа томан төшөүе хаҡында иҫкәртә.
Ведомство билдәләүенсә, бөгөн көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Республикала урыны менән ямғыр яуасаҡ, айырым райондарҙа йәшен йәшнәйәсәк. Ҡайһы бер райондарҙа иртәле-кисле юлдарға томан төшөүе күҙаллана. Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы хәрәкәт иткәндә һауа шарттарын мотлаҡ иҫәпкә алырға, билдәләнгән тиҙлекте арттырмаҫҡа, автомобилдәр араһында дистанция һаҡларға саҡыра.