Өфөлә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар эшен дауам итә. Контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһыныусылар Республиканың ситуация үҙәге шылтыратып үҙ һорауҙарына тулы яуап ала. Колл-үҙәк операторҙары кәрәк булғанда контракт хеҙмәтенә ғариза яҙырға ла ярҙам итә. 122 йәки 218-19-19 телефондары буйынса һәр кем өлөшләтә мобилизация, контракт хеҙмәте тураһында белешә ала.Ситуация үҙәгенә көнөнә 800-гә яҡын шылтыратыу килә, уларҙың бер өлөшө мобилизацияға, ә икенсе өлөшө контракт хеҙмәтенә ҡағыла. Мөрәжәғәт итеүселәр йәш буйынса талаптар, һаулыҡ һәм дәүләттән ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһына, ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар эшен дауам итә
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар эшен дауам итә