Иҫке торлаҡ өсөн яңы йорт

Тулыраҡ: Иҫке торлаҡ өсөн яңы йорт

Иҫке торлаҡ өсөн яңы йорт.

Авариялы һәм иҫке йортта йәшәгән кешеләрҙе күсереү программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса Өфө Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Был күрһәткестәрҙең ҡалалағы торлаҡ төҙөлөшө менән берҙәм үҫеше лә сер түгел. Емерелеү хәүефе янаған йорттарҙағы фатир хужаларының мәнфәғәттәрен хәстәрләү иһә федераль закондарға ярашлы башҡарыла һәм яҡтарҙың ҡәнәғәт ҡалыуын күҙ уңында тота. Ғәмәлдә нисек? Комсомол урамындағы был кирбес өйҙөң емерек тип танылыуын унда йәшәгәндәр газеталағы белдереүҙән уҡып белгән. Фатир хужаларына хәҙер ҡала биләмәһендә яңы торлаҡ тәҡдим ителә. Күптәр иҫкене яңыға алмаштырырға риза.Был йорттағы 28 фатир хужаларының барыһы ла тиерлек тәҡдим ителгән шарттар менән килешеп күптән күсенеп киткән. Торлаҡ хеҙмәтләндергән өсөн хаҡ та түләп тормайынса, күрәһең. Юғиһә ошо квитанциялар эйәһен көтөп һаман йыйылып ятмаҫ ине. Светлана Латипова торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн айына 4700 һум түләй. Уның фатирының ике бүлмәле икәне шул квитанцияла ғына раҫ. Емерек тип танылған торлаҡ урынына яңыһын алыу хоҡуғын танытҡанда Светлананың ғаиләһе бары 18 квадрат метрға дәғүә итә. Яңы торлаҡ бирелә икән ул элеккеһенән кәм булмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ҡала биләмәһендә һәм шул уҡ ҙурлыҡта. Тик закон сығарыусы был осраҡта дөйөм майҙанды күҙ уңында тота. Светлананың бәхетһеҙлегенә уның фатирындағы бүлмәләрҙе айырыусы стена документта күрһәтелмәгән. Тимәк, ике бүлмә барлығы раҫланмаған. Хакимиәт менән фатир хужалары араһында килешеүгә өлгәшелгәнсе Светлана ҡыҙы, улы, ейәне менән ҡараңғы, һалҡын өйҙә йәшәй бирә. Август аҙағындағы янғын сәбәпле бында электр энергияһын биреү туҡтатылған. Башҡалала емерек һәм йәшәү өсөн хәүефле, тип танылған башҡа йорттарҙа ла күсереүҙе көтөүселәр етерлек. Уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау менән даими шөғөлләнгән юристар фекеренсә, Өфөлә емерелеү хәүефе янай тип танылған йорттар ғәҙәттә яңы торлаҡ төҙөүсе ойошмалар биләмәһендә тора. Иҫке йорт хужаларына яңы торлаҡ улар иҫәбенә бирелә. Үҙҙәре төҙөгән йорттағы фатирҙарҙың квадрат метрын федераль закон талаптары буйынса 2016 йылда билдәләнгән 37 мең һумға һатырға төҙөүселәр әҙер түгел. Рәсәй торлаҡ кодексының 32-се статьяһы шәхси мөлкәттең дәүләт һәм муниципалитет ихтыяжында тартып алынған осрағында уның хужаһына фатирҙың баҙар хаҡын түләүҙе, күсенеүгә, документтар төҙөүгә киткән сығымдары ҡайтарыуҙы күҙ уңында тота. Тағы ла бер мөһим талап – милек хужаларына хакимиәттең был ҡарары тураһында бер йыл алдан хәбәр ителергә тейеш.