2 аҙна ял иткәндән һуң мобилизацияланғандарҙың сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙар туғандары, яҡындары менән генә аралашмай, көс тә туплап алған. Ялын һәр кем файҙалы итеп үткәргән. Оҙаҡ ял итеү мөмкинлеге юҡ, сөнки әле хәрби бурысын үтәгәндәргә лә алмаш кәрәк ти, хәрбиҙәр.Егеттәрҙе оҙатырға ғаиләләре, дуҫтары, яҡындары йыйылды. Иң мөһиме имен-һау, иҫән ҡайтығыҙ тигән теләктәр яңғыраны һәр оҙатыусынан. Яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә уңайлы автобустарҙа ике тәүлек тигәндә барып етәсәк.
Беҙ ҡайтырбыҙ
Беҙ ҡайтырбыҙ