Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш та дауам итә

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш та дауам итә.

Башҡортостандан ғына биш меңдән ашыу ир-егет Ватанды һаҡларға юлланасаҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең һаулығы ентекләп тикшерелә, ниндәй ҙә булһа сирҙәре булғандар хеҙмәт итергә ебәрелмәй. Республиканан хәрби хеҙмәткә саҡырылған ир-егеттәр бөтә төр ғәскәрҙә лә хеҙмәт итәсәк. Улар махсус хәрби операцияға ебәрелмәйәсәк. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш кампанияһы 15-се июлгә тиклем дауам итә.