Өфө районы Булгаков ауылында яңы мәктәп асылды

Өфө районы Булгаков ауылында яңы мәктәп асылды

"Торлаҡ” федераль проектын бойомға ашырыу сиктәрендә төҙөлгән белем йорто Булгаков лицейында көсөргәнешлекте кәметергә булышлыҡ итәсәк. Яңы мәктәп бинаһын туйлаған уҡыусыларҙың һөйөнөсөн хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла уртаҡлашты. Әлегә тиклем улар ауылдарында федераль программа сиктәрендәге киң торлаҡ төҙөлөшө һөҙөмтәһендә тығыҙлашҡан Булгаков лицейына йөрөргә мәжбүр булһа, хәҙер үҙҙәренә айырым, иркен һәм яҡты мәктәптә белем ала башлай. Төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе өс йыл түҙемһеҙләнеп көткән мәктәптең “Алтын асҡыс”ын тапшыра. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программаһы буйынса нигеҙ һалынған социаль объектты ваҡытында файҙаланыуға тапшырыуҙы прокуратура күҙәтеүҙә тотҡан. 2020 йылдың мартында төҙөлә башлаған бина теүәл өс йылдан сафҡа индерелгән.Белем йортоноң атамаһын юҡҡа ғына “Ҡанатлан” тимәгәндәр. Бинаның эсендә лә, тышында ла осор мөмкинлектәр етерлек. Белем үрҙәренә артылырға ла, баласаҡ мауығыуҙарынан айырылмаҫҡа ла шарттар бар. Уҡытыусылар уйнатып белем биреү ысулының иң ышаныслы икәнен яҡшы белә. Класс бүлмәләре һәр фәнде өйрәнгәндә кәрәк ҡорамалдарҙың иң яңы өлгөләре менән йыһазландырылған. Балалар өсөн ике спорт залы, гимнастика биләмәһе, тантаналар залы, уйын һәм ижади түңәрәктәр бүлмәләре, оҫтаханалар, проект эшмәкәрлеге, радиоэлектроника кабинеттары, телестудия, хатта планетарий ҡаралған. Төшкө ашҡа сағыу ашхана ҡабул итә. Мәктәп тейешле технологик һәм компьютер ҡоролмалары менән тәьмин ителгән. Белем алғанда сәләмәтлеккә зарар килтермәү саралары ла күрелгән.13 мең ярымдан ашыу квадрат метр майҙанды биләгән мәктәптең ихатаһында заманса физкультура спорт биләмәһе ҡаралған. Яңы белем биреү йорто Яңы Булгаков биҫтәһендә генә түгел, күрше ауылдарҙа йәшәгән балаларҙы ла ҡабул итергә әҙер. Бында 825 уҡыусы тик бер сменала уҡыу мөмкинлегенә эйә. Дәрестәр яңы бинала 18 апрелдән башлана. Әлегә тик беренсе класс балалары өсөн. Башҡалар яңы мәктәпкә яңы уҡыу йылынан күсенә.