Филиппиндар президенты Родриго Дутерте Америка президенты Барак Обаманы илдең эске эшенә ҡыҫылмаҫҡа саҡырған. «Мин мөстәҡил дәүләт президенты, беҙ инде күптән Американың колонияһы түгел. Минең халыҡтан башҡа хужам юҡ»,- тигән Дутерте. Ошо белдереүҙән һуң Барак Обама ике аралағы осрашыуҙы билдәһеҙ ваҡытҡа күсереү һәйбәтерәк булыр тигән.
Испанияның Валенсия өлкәһендә ҡоторған янғын торлаҡ йорттарға ҡабынған. 20 йорт көлгә әйләнгән. Бенидорма курортына хәүеф янай. Урындағы халыҡ һәм туристар эвакуацияланған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, кемдер ҡоро үләнгән ут төрткән. 42 градуслыҡ эҫелек һәм көслө ел иһә уттың артабан таралыуына булышлыҡ иткән.
Рәсәйҙең паралимпия комитеты Рио-де-Жанейролағы уйындарҙан ситләтелгән спортсылар ҡатнашлығында ролик төшөрҙө. 7 августа халыҡ-ара паралимпия комитеты Рәсәйҙең паралимпия спортсыларын уйындарҙан ситләштереү тураһында бер тауыштан ҡарар ҡабул иткәйне. Илдең Олимпия комитеты рәйесе Александр Жуков Рәсәйгә һөжүм бының менән генә тамамланмаясаҡ тип белдерҙе. Риола паралимпия уйындары 7 сентябрҙа башланырға тейеш.