“Волга” М-7 федераль трассаһының 65 саҡрымлыҡ өлөшөн төҙөү дауам итә

“Волга” М-7 федераль трассаһының 65 саҡрымлыҡ өлөшөн төҙөү дауам итә
Тиҙ йөрөшлө Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург юлына ҡараған участокта мөһим этапҡа күскәндәр. Бында инновация технологиялары ҡулланып, һаҙлыҡ булған урында ерҙе нығыталар һәм юл оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк. Ошо хаҡта Закир Шәрипов репортажы.Илеш районындағы был участокта заманса юл булырын әлегә төҫмөрләүе ауыр. Әммә тиҙҙән бында тиҙ йөрөшлө һәм заманса трасса үтәсәк.Проект буйынса, ике күпер, 9 юл үткәргес, алты транспорт боролошо ҡаралған. Трасса 18 ауыл хужалығы биләмәһе аша үтә. Юл һалынған участокта һаҙлыҡтар күп. Бында ерҙе нығытыу буйынса заманса технология ҡулланыла. Виброфлот машинаһы ярҙамында ерҙе 14 метр тәрәнлеккә тишәләр. Ошо ҡоролма ярҙамында һаҙлыҡ урындарҙа ерҙе тишеп, эсенә ҡом һәм таш ҡатнашмаһы тултыралар. Соҡорҙар ике метр һайын тиерлек яһала. Технология республикала беренсе тапҡыр ҡулланыла. Бындай технология грунтты нығыта һәм һуңынан күтәрелгән юл, өҫтөнән һалынған асфальт тәбиғәт шарттарына һәм йөк машиналары баҫымына бирешмәйәсәк. 2022 йылдың октябрендә төҙөлә башлаған юл Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург трассаһының бер өлөшө һәм М-7 федераль трассаһын бушатыр, тип күҙаллана. Бынан тыш, ул биш ауылды урап һалына, был иһә унда йәшәгән халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ. Йәғни, йөк машиналарының тауышы бөтәсәк, хәүефһеҙлек проблемаһы ла кәмейәсәк.Юл төҙөлөшөнә 600 эшсе һәм 350 берәмек техника йәлеп ителгән. Юлсылар һыу һәм юл үткәргестәр, транспорт боролоштарын эшләй башлаған да инде. Төҙөлөш эштәре 2024 йылда тамамланыр, тип көтөлә.