Мәҙәни мираҫ объекты булған Аксаков баҡсаһы реконструкцияға ябылды

Мәҙәни мираҫ объекты булған Аксаков баҡсаһы реконструкцияға ябылды

2022 йылда үткәрелгән тауыш биреү һөҙөмтәләренә ярашлы, билдәле 10 йәмәғәт урыны араһында ҡала халҡы — тап ошо баҡсаны төҙөкләндереү кәрәк тип тапҡан. Тиҙҙән бында тарихи аллея, әҙәбиәт ҡунаҡханаһы, балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Яңыртылған күл буйы, яҡтыртыу системаһы, юл япмалары, былар барыһы ла «Уңайлы ҡала мөхите » федераль проекты, « Торлаҡ һәм ҡала мөхите » милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең киләһе яҙмала.Баҡсалағы тынлыҡты балалар тауышы түгел, ә йөк машиналарының геүләүе боҙа. Ҡала халҡына бында үтергә ярамай. Баҡсала төҙөкләндереү эштәре башланған. Әле иҫке конструкцияларҙы һәм асфальтты аҡтарыу эштәре бара. 3 ай дауамында ял итеү урыны тулыһынса яңыртылырға тейеш.Аксаков баҡсаһы — мәҙәни мираҫ объекты. Шулай булғас, архитекторҙар һәм төҙөүселәр алдында торған төп маҡсат- уның тарихи йөҙөн һаҡлау. Ошо йәһәттән 3 ярым гектар ерҙе бер нисә майҙансыҡҡа бүләсәктәр. Тарихи аллея, күл буйы, әҙәби ҡунаҡхана, төрлө саралар өсөн майҙан, балалар һәм скейт-майҙансығы. Ҡала халҡын баҡсала үҫкән ағастар араһындағы 190 йәшлек ҡарағастың яҙмышы борсой. Сереп йығылып барған ағастар алына, әммә йөҙйәшәр ҡарағас ҡаласаҡ, тине проекттың төп архитекторы Юлиә Мөхәмәтйәрова.Тимерҙән эшләнгән «Ал сәскә» композицияһын башҡа күрмәйәсәкбеҙ. Аксаков баҡсаһын бихисап башҡа бәләкәй архитектура формалары биҙәйәсәк. Күлдең төбөн таҙартып, уға уңайлы төшөү урындары эшләнә, скамейкалар ҡуйыла. Ҡасандыр баҡсала Видинеев йәйге театры гөрләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы театр һаҡланмаған. Тергеҙелерме, тиер кемдер. Юҡ, әммә үҙәк инеү урынындағы аркала уны күрербеҙ, ти архитекторҙар. Әйәткәндәй, үҙәк инеү урыны буйынса айырым реставрация проекты әҙерләнә. Уның тышҡы йөҙө тәүҙә нисек булған шул килеш һаҡлана. Яңы күпер урамы яғынан ингән ҡапҡалар тулыһынса яңыртыла. Күптәрҙең яратҡан урыны Аксаков паркындағы күл һәм унда йөҙгән аҡҡоштар. Әлегә улар ҡышлау урынында. Тыуған күленә аҡҡоштарҙы сентябрь аҙағында,йәғни төҙөкләндереү эштәре тамамаланғас ҡайтарасаҡтар.