Республикала быйыл был бөжәктәрҙән зыян күреүселәр теркәлмәһә лә, эпидемиологтар тәүге фараздар яһай. Рәсәй субьекттары араһында Башҡортостан талпан буйынса хәүеф тыуҙырған төбәктәр исемлегенә инә. Бының сәбәбе – республикала урман биләмәләренең ҙур булыуы. Һуңғы йылдарҙа йыртҡыс бөжәктәр төрҙәре күбәйгән. Борсолорға урын булмаһа ла, һаҡлыҡ сараларын бөгөндән күрергә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда талпан тешләүенән үлеүселәр юҡ. Шулай ҙа, махсус тикшереү үткән йыртҡыс бөжәктәр ағыуында баррелиоз вирустары табыла. Табиптар һүҙҙәренә ҡарағанда, талпан тешләүенән ҡала халҡы күберәк зыян күрә
Башҡортостан табиптары талпандар һөжүменә әҙерләнә
Башҡортостан табиптары талпандар һөжүменә әҙерләнә