Ай дауамында хаҡ мосолмандар ураҙа тотто. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә. Рамаҙан айы тамамаланыу хөрмәтенә иртәгә республиканың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙы уҡыласаҡ. Иң төп саралар, ғәҙәттәгесә, Ләлә Тюльпан мәсетендә үтәсәк.
Бөгөн ҡояш байыу менән Рамаҙан айы тамамлана
Бөгөн ҡояш байыу менән Рамаҙан айы тамамлана