Борай районынан 8 йәшлек Әминә Сәфәрованы тапатҡан уҡытыусы үҙ ғәйебен танымай. Сабый иһә инвалид булып ҡалған. Кем ғәйепле, суд ниндәй ҡарар сығарыр? Сираттағы репортаж. Гөлназ һәм Динар Сәфәровтар өс бала – ике ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй. Ике йыл элек тиерлек ғаилә ике сабыйын юғалта яҙа. Был көндә улар яҡындары менән һабантуйға бара. Һабантуйҙан ҡайтышлай Әминәне атаһы һәм өләсәһе автомобиль янына алып китә. Өсөнсөгә ауырлы Гөлназ оло ҡыҙы менән шәхси эштәре буйынса туҡтала. Әле мәктәпкә лә бармаған сабый әсәһе һәм оло апаһына ҡушылырға була һәм шул ваҡытта машина бәрҙерә. Ҡыҙҙың баш мейеһе һелкенә, янбаш һөйәктәре һына һәм онтала, эске органдары өҙөлә, бәүел юлы һәм инәлек еңсәһе иҙелә. Баланы ашығыс ярҙам табиптары санавиация тиҙ арала Өфөгә оҙата. Ҡатын-водитель килтергән йәрәхәттәр бының менән генә бөтмәй әле. Уларҙың ҡайһы берҙәрен һуңынан ғына беләләр. Табиптар бөтәһен дә эшләргә тырыша. Ҡыҙҙың һөйәктәрен бөртөкләп тигәндәй йыялар. Ә бына ҡайһы бер эске органдарын ҡотҡара алмайҙар. Хәҙер бала ғүмеренең азағынаса инвалид.Әминәгә көн һайын бер-нисә памперс китә. Мәҫәлән, 40 берәмелеклеге 5 көнгә саҡ етә. Бынан тыш, бихисап ҡиммәтле дарыуҙар эсергә кәрәк. Ғаиләнең айына сығымдары бер балаға ғына 50 мең һум. Гөлназ ике ай һайын ҡыҙы менән дауаханаға ята. Тормош иптәше Динар иһә ике йәше лә тулмаған кесе улы менән өйҙә ҡала.Водитель-ҡатынды йыл ярымға шартлы хөкөм итәләр. Таныҡлығынан да ошо ваҡытҡа мәхрүм ителгән. Әминә Сәфәрованы тапатҡан ханым мәктәптә директор урынбаҫары булып эшләй. Беҙ уны күреү ниәте менән белем усағына барып, осрашырға теләнек. Әммә ҡатын бөтөнләй аралашырға баш тартты. Үҙ ғәйебен дә водитель танымай һәм бала үҙе юлға йүгереп сыҡты, тип дәлилләй. Бынан тыш, 85 мең һум ярҙам күрһәткәнен белдерҙе. Сәфәровтар ғаиләһенә 500 мең һум страховка аҡсаһы ла бирелгән. Ошоларҙы иҫәпкә алып ҡатын үҙен аҡларҙар тип ышана. Яҡын арала уға ҡарата йәнә суд ултырышы була.
Мәктәп директоры урынбаҫары судҡа әҙерләнә
Мәктәп директоры урынбаҫары судҡа әҙерләнә