Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Ошо айҡанлы Өфөнөң Торатау конгресс-холында тантаналы сара үтте. Республикала ишетеү һәләте боҙолған 5 меңгә яҡын кеше йәшәй. Һаңғырауҙар йәмғиәте уларҙың 2 меңдән ашыуын үҙендә берләштергән. Ойошманың төп йүнәлеше — ишетеү буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфә­ғәттәрен яҡлау, йәшәү, эшләү өсөн бөтә тейешле шарттар тыуҙырыу. Тантаналы сарала республиканан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар саҡырылғайны. Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте Президенты Станислав Иванов барыһын да күркәм байрам менән ҡотланы, ойошманың иң әүҙем ағзаларына маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.