Яҡташ-студенттарға ярҙам

Яҡташ-студенттарға ярҙам

Рәсәйгә ҡарата иҡтисади санкциялар индергән илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында белем алған яҡташ-студенттар ябайлаштырылған тәртиптә илдең юғары уҡыу йорттарына күсә ала. Бының өсөн уҡыу урынынан белешмә, шәхси ғариза бирергә, аттестация үтергә үтергә. Чехия университеттарынан Өфөгә ҡайтҡан ике студент ошондай форматты файҙаланған. Тулыраҡ Мәғлүмәт –Гөлфиә Мәҡсүтова материалында. Артем Хәлимов Чехия ер университетында белем алған. Әммә, беҙҙең илебеҙгә ҡарата мәғәнәһеҙ санкциялар индерелгәс, егет уҡыуын Рәсәйҙә дауам итергә ҡарар итә. Ул Өфөнөң нефть-техник университетына, ябайлаштырылған тәртиптә уҡырға инә. Халыҡ-ара конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа еңеүселәр Рәсәй вуздарына имтиханһыҙ уҡырға инә ала. Ябайлаштырылған формат хәрби оперция арҡаһында дистанцион уҡырға мәжбүр булғандар өсөн дә ғәмәлдә. Карина Гуридова, София Мороз һәм Александр Дикий Донецк милли техник университеты студенттары. Әммә тыуған юғары уҡыу йортонда улар ике аҙна ғына уҡып өлгөрә, ул да булһа дистанцион рәүештә. Өфө университеты менән контракт төҙөргә тәҡдим иткәс, бер ни ҙә уйлап тормай ризалаша йәштәр. Улар менән бергә уҡыу йортонан тағы 9 студент һәм бер куратор Башҡортостанға килгән. Рәсәйгә ҡарата санкциялар индергән илдәрҙән ҡайтыусы студенттар бюджет урындарына ҡабул ителә. Уҡыуҙы шулай уҡ түләүле нигеҙҙә лә дауам итергә мөмкин. Әммә сығымдарҙы студент түгел, ә юғары уҡыу йорто үҙе түләй.