Өфөлә башҡорт әҙәбиәте классигы, егерменсе быуат башында танылған йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың 130 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте. Күренекле әҙиптең ейәнсәре Өфө ҡала тарихы музейына иҫтәлекле альбом тапшырҙы.Башҡорт мәҙәниәте тарихына нигеҙ һалыусыларҙың береһенең нәҫелен дауам итеүсе генә түгел, ә мираҫын һаҡлаусы бурысын Наилә ханым оло яуаплылыҡ менән үтәй. Яҙыусының улы туплаған иҫтәлектәрҙе тапшырып ул музейҙарҙа һаҡланыр тарихи фотоһүрәт һәм яҙмаларҙың яҡташтар һәм милләттәштәр өсөн асыҡ булырына өмөт бағлай. Осрашыуҙан файҙаланып Наилә Таң ҡыҙы Юлтыева Башҡортостан йәмәғәтселегенән 1938 йылда нахаҡҡа ғәйеп булған олатаһының ҡәберен билдәләргә йәиһә уның исемен сәйәси золом ҡорбандары һәйкәле ташында мәңгеләштерергә булышлыҡ итеүҙе үтенде. Һәм “Өфө Өфө менән һөйләшә” акцияһы сиктәрендәге Хәтер кисәһен ойоштороусыларға ихлас рәхмәтен белдерҙе.
Дауыт Юлтыйҙың 130 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте
Дауыт Юлтыйҙың 130 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте