Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Сәғүд Ғәрәбстаны донъяла нефть баҙарының тотороҡлоғон тәьмин итеү буйынса һөйләшеп килеште. Яҡтар ошо турала килешеү ҙә имзалағандан һуң нефткә хаҡтар 5 процентҡа ҡыйбатланған.

Рәсәй космонавтары Алексей Овчинников, Олег Скрипочка һәм НАСА астронавты Джеффри Уильямс оҙайлы осоштан һуң ергә ҡайтты. «Союз ТМА-20М» корабленең капсулаһы Ҡазағстанға төштө. Космонавтар иҫән-һау.

” Ньютон” дауылы Мексикаға барып етте. Көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар сәбәпле урындағы хакимиәттәр халыҡты урамға сыҡмаҫҡа саҡыра. 14 мең турист авиарейстар булмау сәбәпле аэропорттарҙа ҡалырға мәжбүр.