Башҡортостанда әстрхан сәтләүегенә өҫтөнлөк бирелә.
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асыҡланды. Республикала беҙҙең тәбиғәт шарттарына ят булған әстрхан сәтләүеге, ананас, өрөк үҫтерелә. Сәскә яратыусылар күбәйгән — айырым баҡсаларҙа гөл-сәскәләр хатта икешәр сутый майҙанды биләй. 6 районда – дөйәғош, 3 районда тауис, фазандар үрсетәләр. Сыбар болан, дөйә, пони аҫыраусылар ҙа бар. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы 1 июлдән 15 авгусҡа тиклем үтте.