Ағымдағы аҙна мосолман донъяһы өсөн изге байрамдарҙың береһе – Ураҙа ғәйетенән мөхтәрәм. Изге рамаҙан айы тамамланыу мәлен иғлан иткән көн быйыл 21 апрелгә тура килде. Рамаҙанда ай дауамында хаҡ мосолмандар көнө буйына, ҡояш байығансы, ашау-эсеүҙән тыйылып, яҡшы уйҙар, изге ниәттәр менән үткәрҙе. Ураҙа байрамы – мөслим-мөслимәләр өсөн шатлыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ билдәһе. Өфөлә байрам ғибәҙәте 24 мәсеттә ойошторолдо.
Ураҙалар мөбәрәк булһын!
Ураҙалар мөбәрәк булһын!