Апрелдең өсөнсө йомаһы Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Быйыл ул Ураҙа байрамына тура килгәнлектән саралар 1 көнгә күсерелеп кесаҙна ойошторолдо. Республика халыҡтарының милли кейем көнө Башҡортостанда йылына ике тапҡыр билдәләнә. Апрелдәгеһе 2020 йылдан алып уҙғарыла һәм халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ошо көндә балалар баҡсаларына, мәктәпкә, хатта бихисап ойошмаларҙа эшкә милли кейемдә килеү дресс-коды индерелде. Был сағыу күренешкә социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған саралар ҙа рух өҫтәй.
Милли кейем көнө!
Милли кейем көнө!