Башҡортостанда һәм республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ кесаҙнала башҡорт теленән диктант яҙыуҙа ҡатнашты. 5-се йыл рәттән уҙғарылған сараның аудиторияһы һәм географияһы йылдан-йыл киңәйә. Белем усаҡтары, мәҙәниәт учреждениелары, ВУЗ-дарҙа, хатта коммерция ойошмаларында оффлайн форматта, шулай уҡ бер нисә майҙансыҡта онлайн яҙыу мөмкинлеге булды. Өфөнөң икенсе лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Юлиә Ғарифуллина Халыҡ-ара диктантты быйыл өсөнсө тапҡыр яҙырға йыйына. Күркәм сараға ул милли күлдәктә килгән. Бынан биш йыл элек башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башланғысы менән ойошторолған акция үҙ даирәләрен йылдан-йыл киңәйтә. 2019 йылда Башҡорт теленән диктант Халыҡ-ара дәрәжәһен ҡаҙанып уны яҙыусылар һанын бишләтә арттырҙы. Йәнә бер йылдан пандемия ҡамасауы диктанттың онлайн тәртибен яйға һалырға булышлыҡ итте. Бөгөн яҙма эште махсус майҙанға килеп тә, өйҙә генә ҡалып та яҙыу мөмкинлеге бар. Тимәк, диктант яҙыусылар иҫәбенең тағы ла күбәйеренә өмөт ҙур. Шарт буйынса диктантта башҡорт телендә төрлө кимәлдә аралашҡан айырым төркөмдәр ҡатнашып үҙ белеменә тап килгән ябайлыҡтағы текст яҙа ала. Сәғәт иртәнге 11-ҙән телде яңы өйрәнә башлағандар йыйыла. Өфөлә ошондай майҙандарҙың береһе Ғафури урамындағы 17 йортта урынлашҡан 10-сы китапханала асыҡ. Бында диктантты легендар радио һәм телевидение дикторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Ғәләүетдиноа уҡып яҙҙыра. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетында диктантты телде ике төрлө кимәлдә белгәндәр айырым майҙансыҡтарҙа яҙа. Башҡорт телендә иркен һөйләшкән диктантсылар өсөн онлайн текстты ректор үҙе уҡый. Телеканал һәм социаль селтәрҙәрҙә тура трансляция бара. Республика башлығының “башҡортса бер генә һүҙ белгән кешене лә ситләтмәйек, ә үҙ итәйек” тигән өндәүенә яуап тигәндәй, быйыл башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш һөйләшендә аралашҡан милләттәштәр диктантты үҙ диалектында яҙыу мөмкинлеген файҙанала. Улар өсөн әҙерләнгән текст сәғәт көндөҙгө 12-лә уҡыла. Туған телде белеү халыҡтың рухи мираҫ ҡапҡаларын аса. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант милләте башҡорт булмаған, әммә беҙҙең халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә. Акцияның төп маҡсаты ла шунда. “Тел – халыҡтың рухи мираҫы” девизы менән үткән быйылғы диктанттың йөкмәткеһенә лә етди иғтибар бирелгән. Текстар Башҡортостанда иғлан ителгән “Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы”, Рәсәйҙәге “Уҡытыусы һәм остаз йылы”, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән “Фән һәм мәғрифәт йылы”на арналған. Белем акцияһында ҡатнашҡан һәр кем ниндәй форматта яҙыуға ҡарамаҫтан ДИКТАНТ-2023 сертификатына дәғүә итә. Сертификатар электрон почтаға ебәрелә. Халыҡ-ара диктант йомғаҡтары Башдиктант.ру сайтында 30 көн үткәнсе иғлан ителәсәк.
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр!
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр!