Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә бәйле электрон сервис барлыҡҡа килде. Башбат нөктә РФ сайтында кемдәр контракт төҙөй ала, ниндәй түләүҙәр ҡаралған, Махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм ғаиләләре өсөн льготалар, шулай уҡ ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге хаҡында бөтә мәғлүмәт бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, респубьлика буйынса мобиль пункттар ҙа эшен дауам итә. Контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһыныусылар шулай уҡ Республиканың ситуация үҙәгенә шылтыратып үҙ һорауҙарын еткерә ала. Колл-үҙәк операторҙары кәрәк булғанда контракт хеҙмәтенә ғариза яҙырға ла ярҙам итә. 122 йәки 218-19-19 телефондары буйынса бөтә белешә алырға мөмкин. Ситуация үҙәгенә көнөнә 800-гә яҡын шылтыратыу килә, уларҙың бер өлөшө мобилизацияға, ә икенсе өлөшө контракт хеҙмәтенә ҡағыла. Мөрәжәғәт итеүселәр йәш буйынса талаптар, һаулыҡ һәм дәүләттән ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһына, ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре.
Хәрби хеҙмәткә бәйле мәғлүмәт бер урында
Хәрби хеҙмәткә бәйле мәғлүмәт бер урында