Ирекмәндәр фронт өсөн селтәр үрә

Ирекмәндәр фронт өсөн селтәр үрә

Өфөнөң «Маскировка «Щит» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операцияға 500-ҙән ашыу селтәр үргән. Октябрь айында ғына эш башлаған был ойошма республика буйынса егерменән ашыу цех асҡан. Яугирҙар өсөн селтәр үрергә теләүселәр һаны көндән –көн арта. Ил киләсәге өсөн битараф булмаған ҡатындар буш ваҡыттарын хәҙер ошо бүлмәлә үткәрә. Ирекмән апайҙар яугирҙар өсөн маскировкалау селтәрҙәре үрә. Үрелгән селтәрҙәр яугирҙарға яҡшы ышыҡ, улар хәрбиҙәрҙе дошман күҙенән һаҡлай. Эш ҡатмарлы түгел, әммә үтә лә яуаплы. Селтәр махсус технология буйынса үрелергә тейеш. Ҡулланылған туҡымаға ла талаптар юғары. «Маскировка «Щит» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операция башланыу менән ойошторолған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республика буйынса 20-нән ашыу цех барлыҡа килә. Башта ирекмәндәр әҙер таҫмалар һатып алған. Хәҙер сеймалдың үҙ хаҡын кәметеү маҡсатында үҙҙәре таҫма ҡырҡа. Бының өсөн махсус ҡоролма ла эшләтеп алғандар. Һалдаттарға селтәр үрергә теләүселәр һаны көндән-көн арта, әлеге ваҡытта уларҙың һаны 500-ҙән ашҡан. Ай һайын һәр цехтан тиҫтәләгән селтәр фрондҡа оҙатыла. Яугирҙар маскировкадау селтәрҙәре хорап үҙҙәре мөрәжәғәт итә, ти ирекмәндәр. Һораусылар бик күп, Әммә бөтә ихтияжды ла ҡәнәғәтләндерерлек түгел, ти маскировка щит ойошмһы ағзалары. Ярҙамға башҡа ойошма етәкселәре лә ҡушыла. Өфөнөң Проект Консалдинг компанияһы мәҫәлән, яугирҙарға селтәр үрергә теләгән ирекмәндәр өсөн Проомсвязь бинаһы эсендә бушлай бүлмәләр әҙерләп биргән. Улар тарафынан күптән түгел, яугирҙарға бөтә кәрәк яраҡтар һәм идара итеү пункты менән йыһазландырылған мобиль йорттар ҙа ебәрелгән. Уникаль проект буйынса эшләнгән контейнерҙарҙа йәшәү өсөн бөтә уңыйлы шарттар булдырыған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә бөтә республика халҡы ярҙам итә тырыша. Маскирповкалау селтрҙәре үреүгә Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһы табиптары ла ҡушылған. Бүлмә буш торғаны юҡ. Маскировка щит ирекмәндәр ау селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Теләгән һәр кешене өйрәтергә әҙер улар. Тырышлыҡтың Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй, алғы һыҙаттағы яугирҙар рәхмәттәр уҡып видеояҙмалар төшөрөп ебәрә.Селтәр менән бергә битараф булмаған замандаштар яугирҙарға кәрәк-яраҡтар, тәмлекәстәр, изге теләктәр теләп үрелгән бетеүҙәр ҙә һалып ебәрә. Әлеге ваҡытта фрондта маскировкалау селтәрҙәре бик кәрәк, ти ирекмәндәр. Был изге эшкә теләгән һәр кеше ҡушыла ала. Бының өсөн бары тик буш ваҡыт һәм иң мөһиме – теләк кенә кәрәк.